Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Республика Президенты Кремлдә Дмитрий Медведевтың Мөрәжәғәтнамәһен тыңлай

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов әлеге ваҡытта Мәскәүҙә. Бында ул башҡа төбәктәр башлыҡтары менән ил Президенты Дмитрий Медведевтың Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен тыңлаясаҡ. Был тантаналы сара Кремлдең Георгий залында Мәскәү ваҡыты менән сәғәт 12-лә башлана.

Дәүләт башлығы парламентарийҙарға Мөрәжәғәтнамә менән өсөнсө тапҡыр мөрәжәғәт итә. Үҙенең тәүге Мөрәжәғәтнамәһендә Дмитрий Медведев — сәйәси системаны реформалаштырыу, икенсеһендә иҡтисадты модернизациялау тураһында һөйләне. Был юлы социаль өлкәләге үҙгәртеп ҡороуҙар хаҡында һүҙ барасаҡ, тип көтөлә. Мөрәжәғәтнамәне әҙерләү процесында Дмитрий Медведев Дәүләт Думаһы фракциялары лидерҙары менән осрашты һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә Президенттың ҡабул итеү бүлмәләренә килгән халыҡ менән аралашты. Бындай осрашыуҙар барышында Дмитрий Медведев, атап әйткәндә, хәйриә һәм йортһоҙ ҡалған балаларға ярҙам итеү мәсьәләләрен илебеҙ өсөн көнүҙәк тип иҫәпләүен белдерҙе. Шулай уҡ Дмитрий Медведевтың өсөнсө Мөрәжәғәтнамәһенең билдәле бер өлөшө Рәсәйҙең АҠШ һәм Евросоюз менән яҡынайыу мәсьәләләренә арналасаҡ, тип күҙаллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть