7 декабрь, Шаршамбы

30 ноябрь 2010 йыл, 12:00

Өфөлә «Урал-батыр» эпосын яҙып алыуға 100 йыл тулыуға арналған конференция үтә

автор: Марина Шумилова

Өфөлә, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда, «Урал-батыр» эпосын яҙып алыуға 100 йыл тулыуға арналған «Урал-батыр» һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы асылды. Уны ойоштороусылар – Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, БР Фәндәр академияһы, БР Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты. Конференцияла БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина ҡатнаша. Форумда ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға тәбрикләү һүҙе менән һәм уңышлы эш теләп БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев сығыш яһаны.

«Урал-батыр» эпосы — финдарҙың «Калевала», германдарҙың «Песнь о Нибелунгах», ҡырғыҙҙарҙың «Манас» кеүек эпик шиғриәт шедеврҙары менән бер рәттә торған, башҡорт халҡының боронғо архаик хикәйәттәренең береһе. «Урал-батыр» мифологияны өйрәнеү буйынса мөһим сығанаҡ булып тора, башҡорт халҡының ғына түгел, бөтә донъя мәҙәниәтенең боронғо тарихына асыҡлыҡ индерә.

«Урал-батыр» эпосын яҙып алыуҙың 100 йыллығына арналған ғилми форум Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Учалы, Ҡазан, Яр Саллы, Төмән, Новосибирск, Горно-Алтайск ҡалаларынан, шулай уҡ Абхазиянан һәм Германиянан ғалимдарҙы йыйҙы.

Көндөң тәүге яртыһында пленар ултырыш үтте, икенсеһендә төрлө секциялар һәм ике симпозиум эшләйәсәк.