11 декабрь, Йәкшәмбе

30 ноябрь 2010 йыл, 11:11

Рөстәм Хәмитов: «Яғыулыҡ-энергетика комплексын һатыуҙан аҡсаны һөҙөмтәле файҙаланасаҡбыҙ»

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 29 ноябрҙә республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмә барышында, төбәктә нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү предприятиеларын һатыуҙан алынған аҡсаға идара итеү көрсөгө еңеп сығылды, тип белдерҙе.

Республика яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларын һатыуҙан алынған аҡса тупланасаҡ Хәйриә фондының процент күләме Башҡортостан Хөкүмәтенә ҡала һәм райондарҙан бирелгән заявкалар нигеҙендә асыҡтан-асыҡ бүленәсәк.

"Әле Башҡортостандың нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү предприятиеларын һатыуҙан килгән ресурстар базаһында ойошторолған дүрт республика Хәйриә фондынан берҙәм структура – "Урал" хәйриә фонды ойошторола. Ете кешенән торған Фонд советына Башҡортостан Президентының 4-6 вәкиле инәсәк. Республиканың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовтан фондҡа етәкселек итеүен һораным. Фонд средстволарын бүлеүҙең берҙәм сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн аҡса бүлеүгә барлыҡ заявкалар Башҡортостан Хөкүмәтендә хуплау үтәсәк. Республика үлсәмдәре буйынса фондта аҡса күп булмаһа ла (63 миллиард һум самаһы), беҙ уларҙы һөҙөмтәле файҙаланасаҡбыҙ", — тине Рөстәм Хәмитов.

Фонд аҡсаһын урынлаштырыуҙан алынған йыллыҡ процент килеме 4,5 миллиард һум тәшкил итеүе ихтимал. Йыл һайын шуның 2,5 миллиард һум самаһы – спортты, 1,5 миллиард һумы Башҡортостандың социаль инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтеләсәк.

Фонд аҡсаһының һөҙөмтәле файҙаланылыуын Попечителлек советы күҙәтәсәк. Уға республика Президенты, Башҡортостан Хөкүмәте һәм йәмәғәт ойошмалы вәкилдәре инәсәк. Финанслауға тәҡдим ителгән проекттар асыҡтан-асыҡ һайлап алынасаҡ. Ҡануниәттә билдәләнгән тәртиптә фонд аҡсаһын файҙаланыу тураһында отчет биреләсәк һәм ул киң мәғлүмәт сараларында баҫылып сығасаҡ.