11 декабрь, Йәкшәмбе

30 ноябрь 2010 йыл, 10:31

Башҡортостанда комплекслы транспорт программаһы эшкәртеләсәк

автор: "Башинформ"

29 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә Өфөлә һәм төбәктең башҡа ҡалаларында транспорт ағымын ҡулайлаштырыуҙың комплекслы программаһын эшләргә ҡушты.  

Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, пассажирҙар ташыу өлкәһендә тәртип булдырырға, туҡталыштар эргәһендә йәмәғәт транспортының ҡулай хәрәкәтен ойошторорға һәм автомобиль туҡталҡаларын күберәк төҙөргә кәрәк.  

«Мин Өфө буйлап ярайһы уҡ йыш йөрөйөм, һәм төрлө маршруткалар, туҡталыштарҙа тығындар, көсөргәнешлелек күҙгә ташлана. Сипайлово менән Димдәге тығындарҙы яйға һалыуҙы һорайым. Кешеләр яфа сигә! Биҫтәләрҙән сәғәттәр буйы сығырға тура килә», — тине республика башлығы, Хөкүмәт ағзаларына мөрәжәғәт итеп.

Рөстәм Хәмитов парковкалау урындары булмауына иғтибар йүнәлтте. Улар етешмәү арҡаһында автоһәүәҫкәрҙәр Өфөнөң үҙәк урамдарын туҡталҡаға әүерелдергән, был автобустар хәрәкәтен һәм коммуналь хеҙмәттәр эшен ҡыйынлаштыра. Президент ҡала эсендә ер хаҡының ҡиммәт булыуына ҡарамаҫтан, туҡталҡалар төҙөүҙе дауам итергә кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.  

Ул шулай уҡ, әле Өфөлә лә Мәскәүҙәге хәрәкәтте тотҡарлаған проблемалар менән осраштыҡ, тине.

«Беҙҙә лә Мәскәүҙәге кеүек үк проблемалар. Әгәр ваҡытында хәл итмәһәк, улар артҡандан-арта барасаҡ. Эшкә тотоноғоҙ!» — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Шулай уҡ Башҡортостан ҡалаларында таксиҙы үҫтереү буйынса айырым программа эшләү талап ителә. Әле баҙарҙа ҙур урынды легаль булмаған ташыусылар биләй. Улар йыш ҡына иҫке автотранспортта эшләй. Рөстәм Хәмитов ошо өлкәләге алдынғы тәжрибәне өйрәнеү һәм заманса талаптарға яуап биргән такси хеҙмәтен ойоштороу бурысын ҡуйҙы.

Президент бойороғона ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин һәм Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев транспорт ағымын көйләү буйынса саралар комплексын эшләү менән шөғөлләнәсәк.

«Әгәр нимәлер килеп сыҡмай икән, башҡа варианттарҙы һынап ҡарарға кәрәк. Иң мөһиме – эшләргә кәрәк. Мәҫәлән, йөк ташыуҙы һәм урамдарҙы ҡарҙан таҙартыуҙы төндә лә башҡарырға мөмкин бит», — тине Рөстәм Хәмитов.