8 декабрь, Кесе йома

30 ноябрь 2010 йыл, 9:04

Башҡортостандың “Берҙәм Рәсәй”леләре фирҡәнең тыуған көнөн Өфөлә яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылыуы менән билдәләйәсәк

автор: Марина Шумилова

1 декабрҙә «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси фирҡәһе үҙенең туғыҙынсы тыуған көнөн билдәләйәсәк.  

Был датаны байрам итеү сиктәрендә фирҡәнең Башҡортостан төбәк бүлексәһе Өфө дәүләт циркы һәм Ырымбур циркы менән берлектә етем, инвалид балаларға, аҙ тәьмин ителгән, имен булмаған һәм күп балалы ғаиләләрҙән булған балаларға хәйриә тамашаһы ойоштора. Балалар тамашаға бушлай саҡырылған. Ә билеттар һатыуҙан алынған аҡса “Рәсәй балалар фонды” дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәйриә фондының Башҡортостан республикаһы бүлексәһенә һәм “Башҡортостан наркотиктарһыҙ” наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән көрәшкә булышлыҡ итеү һәм наркотиктарға бирелгәндәрҙе реабилитациялау фондына йүнәлтеләсәк.

Был көндө Өфөлә «Физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөлөшө» проекты сиктәрендә физкультура-һауыҡтырыу комплексы ла асыласаҡ. Сарала Төбәк политсоветы секретары, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, фирҡә активы, спортсылар һәм ҡала халҡы ҡатнашасаҡ. Яңы комплекс заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

темалар: фирҡәләр