8 декабрь, Кесе йома

29 ноябрь 2010 йыл, 17:41

Урман хужалығы министрлығы ағас ҡырҡыу фондына контролде көсәйтә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығында эш кәңәшмәһе үтте, унда урман мастерҙарының ағас ҡырҡыу фонды буйынса производство отчеттарының сифаты ҡаралды. Анализ күрһәтеүенсә, БР Урман хужалығы министрлығы ведомствоһындағы ҡайһы бер дәүләт учреждениеларында етди етешһеҙлектәр бар. Был турала ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.  

— Министрлыҡҡа бөтә производство отчеттарын ай һайын һәр мастер участкаһы буйынса бүлеү маҡсаттарын мотлаҡ күрһәтеп тапшырырға кәрәк. Улар иҫәбендә — санитар ҡырҡыуҙар, дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар өсөн ағас ҡырҡыу буйынса аукциондар һәм башҡалар, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ведомство башлығы Рәжәп Нәбиуллин. — Был ағас ҡырҡыу фондын бүлеүҙең асыҡлығын һәм дөрөҫлөгөн тәьмин итеүгә булышлыҡ итә.