8 декабрь, Кесе йома

29 ноябрь 2010 йыл, 17:06

Башҡортостан рәссамы ТӨРКСОЙ конкурсында еңеүсе булды

автор: Әхәт Салихов

ТӨРКСОЙ Мәҙәниәт министрҙары Даими Советы ултырышы саралары сиктәрендә Акдениз университетының «Ольбия» күргәҙмәләр залында билдәле төрөк рәссамы Осман Хамди Бей иҫтәлегенә арналған ТӨРКСОЙ рәссамдарының XIII Халыҡ-ара ижади лабораторияһы картиналары күргәҙмәһе ойошторолдо.

Традиция буйынса унда ҡатнашыусылар иҫәбенән еңеүсе һайланды, һәм унда Башҡортостандан рәссам Земфира Ғәлимова еңеүгә өлгәште.

Һынлы сәнғәтте үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн ТӨРКСОЙ-ҙың махсус премияһына Черногориянан рәссам Радун Марсенич лайыҡ булды.

Университеттың мәҙәниәт үҙәгендә ТӨРКСОЙ Йәштәр камерный оркестры концерты үтте, уның составында Башҡортостандан йәш музыканттар Анна Николаева менән Лилиә Ғиләзетдинова уйнаны.