Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

1 декабрҙә көндәр һыуытасаҡ

Йәмғиәт

Шишәмбе, 30 ноябрҙә, Башҡортостан территорияһына әүҙем көньяҡ циклон яҡынлашасаҡ. Көндөҙ һауа торошо ҡырҡа насараясаҡ. Был турала Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса идаралығынан (Башгидромет) хәбәр иттеләр.

Республика райондарының күбеһендә көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы, елдең тиҙлеге секундына 22-27 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. Юлдарҙы ҡар һырыуы ихтимал.  Башгидромет синоптиктары фекеренсә, был күренештәр 1 декабрҙә лә һаҡланасаҡ, атмосфера баҫымы күтәреләсәк.  

Бынан тыш, Башҡортостанды һыуыҡ тулҡын ҡаплап аласаҡ. 30 ноябрҙән 1 декабргә ҡарата төндә һауа температураһы төнөн 15-20 градус һыуыҡ, аяҙытҡанда минус 25 градусҡа тиклем буласаҡ. Көндөҙ нулдән түбән ике-ете градус буласаҡ. 1 декабрҙән 2-һенә ҡарата төндә – минус 20-25 градус.

Иң һыуыҡ төн 3 декабрҙә көтөлә, термометр бағанаһы ул саҡта 25-30 градус һыуыҡҡа, айырым райондарҙа минус 35 градусҡа тиклем төшәсәк. Ял көндәрендә һауа температураһы яңынан күтәрелә башлаясаҡ.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть