Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Яңы йылға тиклем Өфөлә 8 ит йәрминкәһе үтәсәк

Йәмғиәт

Баш ҡалала ауыл хужалығы йәрминкәләре дауам итәсәк. Тик хәҙер аҙыҡ-түлек ылауҙарында йәшелсәләр урынын ит биләйәсәк. Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллин хәбәр итеүенсә, Яңы йыл байрамдарына тиклем баш ҡалала һигеҙ ит йәрминкәһе ойоштороласаҡ. Сауҙа традицион урындарҙа – баш ҡаланың ҙур майҙандарында һәм баҙарҙарында йәйелдереләсәк. Киң ассортиментта һыйыр, сусҡа, һарыҡ ите һәм, әлбиттә, ҡош-ҡорт ите тәҡдим ителәсәк. Бынан тыш, һөт продукттары һәм бал менән һатыу итеү дауам иттереләсәк.  

Шулай итеп, Яңы йыл байрамдары алдынан баш ҡала халҡы кәрәкле аҙыҡ-түлек запастары һатып ала аласаҡ. Беренсе ошондай йәрминкә яҡындағы ял көндәрендә үк үтәсәк.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть