Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөнән Шарм-эль-Шейхка тағы бер рейс асыла

Иҡтисад

«Скай Экспресс» (Sky Express) авиакомпанияһы быйыл 10 декабрҙән Шарм-эль-Шейхка рейстар аса. Ул Мысырҙың иң популяр курортына үҙе өсөн яңы чартер рейсын индерә, унда бөтә яр буйлап ҡомло пляждар һуҙылып киткән, ә инде һыу аҫтында йөҙөргә яратыусылар өсөн бында үҙе бер ожмах.

«Өфө» Халыҡ-ара аэропорты” матбуғат үҙәге хәбәр итеүенсә, «Скай Экспресс» авиакомпанияһы рейсты 10 көнгә бер тапҡыр пассажирҙар өсөн уңайлы ваҡытта башҡарырға планлаштыра: Өфөнән урындағы ваҡыт менән 06 сәғәт 10 минутта осасаҡ, курорт ҡалаһы аэропортына Мысыр ваҡыты менән 08 сәғәт 40 минутта барып етәсәк.

Өфө аэропортынан «Өфө — Шарм-эль-Шейх» рейсын өс көнгә бер тапҡыр йышлыҡта «Ырымбур авиалиниялары» авиакомпанияһы башҡара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть