Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

«Скай Экспресс» авиакомпанияһы «Өфө – Мәскәү» рейстарын көн һайын яһаясаҡ

Иҡтисад

1 декабрҙән «Скай Экспресс» (Sky Express) авиакомпанияһы «Өфө – Мәскәү» рейсын башҡарыу йышлығын арттыра, ул хәҙер көн һайын осасаҡ. Ә киләһе йылда был компания Мәскәүгә осоу йышлығын тәүлегенә ике рейсҡа тиклем арттырырға планлаштыра.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Скай Экспресс» Мәскәүҙән Өфөгә тәүге рейсын 1 ноябрҙә яһағайны. Был йүнәлеш авиакомпанияның 12-се регуляр осоштар йүнәлеше булды. Самолет «Внуково» аэропортынан 01 сәғәттә оса, Өфөгә 05 сәғәт 15 минутта килә. Өфөнән кире рейс — урындағы ваҡыт менән 06 сәғәт 40 минутта. Самолет Рәсәйҙең баш ҡалаһына 07 сәғәттә барып етә.

Уңайлы осоштар графигы пассажирҙарға Мәскәүгә лә, Өфөгә лә иртәнсәк барып етергә һәм эш көнөн ике ҡалала ла уңышлы үткәрергә мөмкинлек бирә. Йәкшәмбе көндәрендә «Скай Экспресс» Мәскәүгә көндөҙгө ваҡытта рейс яһай: Өфөгә 16 сәғәт 10 минутта килә, Өфөнән  17 сәғәт 25 минутта оса. Рейстар ярайһы уҡ арзан тарифтар буйынса башҡарыла — бер яҡҡа 2000 һумдан алып.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть