4 декабрь, Йәкшәмбе

29 ноябрь 2010 йыл, 10:48

Нефаз автобустары Санкт-Петербургта лайыҡлы баһа алды

автор: Любовь Колоколова

Нефтекамала етештерелгән пассажир автобустары Санкт-Петербургта лайыҡлы баһаланды. Быйыл «Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте төньяҡ баш ҡалаға 180 самаһы пассажир автобусы оҙатырға тейеш ине, ләкин был һан арттырыу яғына төҙәтелде.  

Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, йыл аҙағына тиклем Санкт-Петербургка тағы 36 «НефАЗ» пассажир автобусы оҙатыласаҡ. Улар менән кемдәр файҙаланасаҡ һуң? Биш тәпәш иҙәнле ҡала автобусын ике асыҡ аукционда «Пассажиравтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы һатып алды. Контракттар суммаһы 20 миллион 990 мең һум тәшкил итте.

Тәпәш һәм уртаса иҙәнле бер партия ҡала автобустарын (114 миллион һумға 31 машинаны) «НефАЗ» акционерҙар йәмғиәтенең был төбәктәге ҙур дилеры — «Грузомобиль» автомобиль корпорацияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте аша Санкт-Петербургтың шәхси пассажирҙар йөрөтөүселәре һатып алды.

Пассажирҙар ташыуға махсуслашҡан бер нисә шәхси компания Невалағы ҡаланың ҡайһы бер маршруттарындағы тендерҙа еңеп сыҡты. «Грузомобиль» гарантия һәм гарантиянан һуң сервис хеҙмәтләндереүе, запас частар менән тәьмин итеү буйынса йөкләмәләрҙе үҙ өҫтөнә ала. Ә пассажир һәм йөк ташыусылар өсөн ышаныслы сервис үҙәге булыуы хәл иткес факторҙарҙың береһе булып тора.

Бөтә автобустар Санкт-Петербургка йыл аҙағына тиклем оҙатыласаҡ.