Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөнөң икенсел күсемһеҙ милек баҙарында хаҡтар бер аҙнала 0,9 процентҡа артты

Иҡтисад

Өфөлә икенсел торлаҡтың бер квадрат метрының уртаса тәҡдим хаҡы 43,76 мең һум тәшкил итә. Уҙған аҙнала ул 0,9 процентҡа артты.

Бер бүлмәле фатирҙарға хаҡтар бер процентҡа артты, ике бүлмәлеләргә — 0,3 процентҡа, өс бүлмәлеләргә — 0,9 процентҡа. Күп бүлмәле фатирҙар сегменты 0,8 процентҡа ҡиммәтәйҙе. Йыл башынан алып фатирҙарҙың бөтә типтарына хаҡтар 9,3 процентҡа артты.

«Эксперт» Күсемһеҙ милек селтәре аналитигы Айгөл Степанованың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн иң арзан өс бүлмәле фатир 800 мең һумға тәҡдим ителә. Ул К. Маркс урамында урынлашҡан, майҙаны – 45 квадрат метр. Иң ҡиммәт фатир 16 миллион һум тора. Биш бүлмәле был фатирҙың дөйөм майҙаны – 220 квадрат метр һәм ул Октябрь проспектында урынлашҡан.

Башҡортостандың баш ҡалаһында иң арзан бүлмә 500 мең һум тора. Ул Интернациональ урамындағы йортта урынлашҡан. Уның майҙаны – 12 квадрат метр. Иң ҡиммәт бүлмә – Йәштәр бульварында. Ул 1250 мең һум тора, һәм уның майҙаны — 17,2 квадрат метр.

Иң ҡиммәт коттедж – Суровкала, уның майҙаны — 430 квадрат метр. Хаҡы — 25 миллион һум.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть