7 декабрь, Шаршамбы

29 ноябрь 2010 йыл, 9:52

Елена Скрынник Рөстәм Хәмитовҡа «Алтын көҙ-2010»да ҡатнашҡан өсөн рәхмәт белдерҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов исеменә РФ ауыл хужалығы министры Елена Скрынниктан рәхмәт хаты килде. Министрлыҡ исеменән ул республика башлығына «Алтын көҙ-2010» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһен һәм Рәсәй агросәнәғәт аҙналығы сиктәрендә башҡа мөһим сараларҙы әҙерләү буйынса берлектәге эш өсөн рәхмәт белдергән.

«Һеҙҙең төбәк экспозициялары белгестәрҙең һәм күргәҙмәгә килеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итте, уларҙа ауыл хужалығы фәне, бөтә милекселек формалары тауар етештереүселәре, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары ҡаҙаныштары тулы күрһәтелгәйне», — тиелә хатта. Елена Скрынник Башҡортостан Республикаһы”Алтын көҙ” күргәҙмәһендә киләһе йылда ла ошондай уҡ әүҙемлек һәм яуаплылыҡ менән ҡатнашыр, тигән ышаныс белдерә.