Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Нефтекамала яңы хакимиәт башлығы

Сәйәсәт

26 ноябрҙә Нефтекама ҡала Советы Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе Николай Курапов ҡатнашлығында үҙенең сираттағы ултырышында ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына Владимир Громовты раҫланы. Был вазифаға ул конкурс һөҙөмтәләре буйынса тәғәйенләнде.

Владимир Борисович Громов 1961 йылда Ырымбур өлкәһе Илек районының Илек ауылында тыуған. Ырымбур политехник институтын тамамлаған.

1983 йылдан алып мастерҙан башлап «БНПС» тресының 5-се төҙөлөш идаралығы начальнигына тиклем хеҙмәт юлы үткән.

Нефтекама ҡала Советы башҡарма комитетының Капиталь төҙөлөш идаралығы баш инженеры булып эшләгән. 1998 йылдан алып әлеге ваҡытҡа тиклем «Нефтекамскстройзаказчик» муниципаль унитар предприятиеһы директоры вазифаһын биләгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть