10 декабрь, Шәмбе

26 ноябрь 2010 йыл, 17:00

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн пандустар ҡуйыла

автор: Гөлназ Тутаева

Инвалидтар өсөн ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырыу һәр ҙур тораҡ пунктында иң мөһим бурыстарҙың береһенә әйләнде. Һис шикһеҙ, физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар сәләмәт кешеләр менән тиң рәүештә мәҙәниәт уңайлыҡтары менән файҙалана, төрлө дәүләт учреждениеларына бара алырға тейеш.

Пандустар ҡуйыу — инвалидтарҙың күп һанлы проблемаларын хәл итеүҙә тәүге аҙым. Бөгөн республикала коляскала йөрөүсе ете меңгә яҡын инвалид йәшәй.  

Мэрияла хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә 2000 йылдан алып инвалидтарҙың социаль инфраструктура объекттарына үтә алыуын тәьмин итеү өсөн планға ярашлы эш алып барыла. 2523 социаль инфраструктура объектында, Өфөнөң тиҫтәләгән магазиндарында, дарыуханаларҙа һәм башҡа социаль объекттарҙа мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн пандустар һәм махсус ҡулайламалар ҡуйылған.  

Торлаҡ һәм торлаҡ булмаған фонд объекттарын махсус ҡулайламалар менән йыһазландырыу буйынса эш алып барыла. Ҡала дөйөм файҙаланыу маршруттарында «НефАЗ VDL» маркалы ҙур һыйыҙырышлы, тәпәш иҙәнле 132 автобус йөрөй.

— Йыл һайын декабрҙә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте тарафынан сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид балалар тәрбиәләгән граждандар өсөн социаль йүнәлештәге саралар үткәрелә, — тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Әлфирә Баҡыева. — Быйыл декабрҙең тәүге ун көнөндә хәрәкәте сикләнгән 296 бала йәшәгән йортҡа, ике һәм унан күберәк инвалид бала тәрбиәләнгән 47 ғаиләгә барып ике ҡала социаль акцияһы үткәреләсәк. Уларға адреслы ярҙам күрһәтеләсәк.