10 декабрь, Шәмбе

26 ноябрь 2010 йыл, 15:51

“Әсәлек даны” миҙалдары тапшырылды

автор: Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин

Конгресс-холдың ултырыштар залында күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән наградлау тантанаһы үтте. 88-се тантанала республика райондарынан 49 ҡатын-ҡыҙ һәм бер өфөлө ҡатнашты. Уларҙың күптәре — йорт хужабикәләре, әммә улар араһында уҡытыусылар, почтальондар, социаль хеҙмәткәрҙәр, һауынсы, дауахана һәм мәктәптә эшләүселәр, китапхана мөдире һәм бухгалтер ҙа бар.

— Бөгөн беҙ бик яҡшы уңай менән йыйылдыҡ — «Әсәлек даны» миҙалдары тапшырабыҙ, — тип мөрәжәғәт итте уларға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. —  Торлаҡ мәсьәләһе киҫкен тороуы, балалар баҡсаһы етешмәүе кеүек ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, һеҙ күп балалы әсәләрһегеҙ. Һеҙҙең балаларығыҙ лайыҡлы кешеләр булып үҫерҙәр һәм бәхетле булырҙар тип ышанам. Беҙ бының өсөн күп эшләргә тейешбеҙ.  

2010 йыл башынан алып биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 340 әсә наградаға тәҡдим ителгән. Миҙал менән бергә ҡатындар аҡсалата премия — 8700 һум аҡса ла алды. Президент ҡулынан награда алғас, ҡайһы бер әсәләр яуап һүҙе алды — үҙ ғаиләләре тураһында һөйләне һәм иғтибар өсөн рәхмәт белдерҙе.

— Беҙҙең осрашыу Әсәләр көнө алдынан үтеүе ҡыуаныслы, — тип билдәләне Дыуан районынан мәктәп директоры урынбаҫары Наталья Горбунова. — Был миҙал беҙгә балаларыбыҙ хаҡында тағы ла ҙурыраҡ хәстәрлек күреү бурысы йөкмәтә. Балаларҙы һәм әсәләрҙе социаль яҡлау буйынса эш алып барыуығыҙ өсөн рәхмәт.

— Минең улым һәм ҡыҙым бар, — тине, тантананы тамамлап, Рөстәм  Зәки улы. — Олоғая барыу менән мин өс-дүрт, ә бәлки, биш бала тәрбиәләү яҡшы булыуын аңланым. Әлбиттә, уларҙы аяҡҡа баҫтырыу еңелдән түгел. Һеҙҙең ҡулдарығыҙҙы ҡыҫҡан ваҡытта барығыҙҙың да эшсән булыуығыҙҙы тойҙом — ҡулдарығыҙ ныҡ, күптәрегеҙҙең устары сөйәлләнгән. Был һеҙгә тормош еңелдән бирелмәүе хаҡында һөйләй, һеҙ ҡулда ғына күтәреп йөрөтөүгә лайыҡлы кешеләрһегеҙ. Ирҙәрегеҙгә һәм балаларығыҙға сәләм тапшырығыҙ.  

Тантана ғәҙәттәгесә бергәләп фотоға төшөү менән тамамланды.