9 декабрь, Йома

26 ноябрь 2010 йыл, 14:48

Ирек Ялалов: Граждандарға йәшәү өсөн шарттар булдырырға кәрәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан етәкселеге БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы алдына ҡәтғи бурыстар ҡуйҙы. Был турала ведомство башлығы Ирек Ялалов Өфөлә уҙған Волга буйы һәм Урал федераль округтары дәүләт торлаҡ инспекциялары координацион советы ултырышында әйтеп уҙҙы.

— Беҙгә хәлде реаль баһаларға, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы ниндәй кимәлдә икәнлеген билдәләргә кәрәк, — тине ул. – Былар барыһы ла етди тикшереү һәм анализлау талап итә. Беҙҙең эшебеҙҙә төп йүнәлеш булып йылытыу миҙгелен уңышлы үткәреү тора. Әйтергә кәрәк, был күрһәткес буйынса беҙҙең эшмәкәрлегебеҙ ыңғай баһалана. Әммә башҡа йүнәлештәрҙә эште яҡшыртыу бурысы тора. Граждандарға нормаль йәшәү шарттары булдырыу өсөн барыһын да эшләргә кәрәк.

Министр энергия һөҙөмтәлелеге темаһына айырым туҡталды:

— Башҡортостанда байтаҡ социаль объекттар төҙөлгән. Ләкин уларҙа энергия һөҙөмтәлелеге проблемаһы хәл ителмәгән. Беҙгә быны иҫәпкә алып, торлаҡ йорттарҙа энергия һөҙөмтәлелеге системаһын үҫтерергә кәрәк.