Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты дәүләт теркәүенә документтар ҡабул итеү пункты асылды

Иҡтисад

Өфөлә күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә документтар ҡабул итеү-тапшырыу буйынса өҫтәмә пункт асылды. Унда биш тәҙрә эшләй, ҡабул итеү һәм тапшырыу – алдан яҙылыу буйынса.

Росреестрҙың БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Өфө, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 30/5А адресы буйынса 4-се залдың 102-се тәҙрәһенә шәхсән үҙең мөрәжәғәт итеп, хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә алдан яҙылырға мөмкин. Бының өсөн шәхесеңде раҫлаусы һәм хоҡуғыңды билдәләүсе документтар кәрәк. Күп каналлы телефон (241-56-72) буйынса яҙылыу икенсе көнөнә үткәрелә.  

Электрон почтаны файҙаланып яҙылыу Росреестрҙың БР буйынса идаралығы сайтында (www.to02.rosreestr.ru) ойошторолған. Интернет-заявканы «Хоҡуҡтарҙы теркәү» — «Документтарҙы тапшырыуға алдан яҙылыу» бүлегендә ҡалдырырға мөмкин. Сайтта заявканы теркәгән көндән алып 14 көнгә тиклем ваҡытҡа яҙылырға мөмкин. Заявкала хоҡуҡтарҙы теркәүгә документтарҙы илтеү өсөн үҙеңә уңайлы ваҡытты күрһәтергә мөмкин.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть