Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Мине отчеттар түгел, тәғәйен эш ҡыҙыҡһындыра»

Сәйәсәт

Муниципаль бюджеттарҙың республика ҡаҙнаһына бәйлелеген кәметеү, инвесторҙар эҙләү, административ ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү — муниципаль район һәм ҡала округтары етәкселәре менән осрашыу барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бына ошоларҙы хакимиәт башлыҡтары өсөн өҫтөнлөклө эш йүнәлештәре тип атаны.

— Башҡортостанда муниципаль звеноны үҙгәртеп ҡороу тамамланды, коллектив формалаштырылды, ошо составта республика именлеге хаҡына эшләйәсәгебеҙгә ышанам, — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика Президенты һүҙҙәренә ҡарағанда, муниципаль район һәм ҡала округтары башлыҡтарына инвесторҙар йәлеп итеүҙә һәм юғарыла тороусы бюджеттарҙан, шулай уҡ бюджеттан тыш фондтарҙан аҡса алыуҙа ныҡышмалылыҡ күрһәтергә кәрәк.

— Район башлыҡтарының заявкалар менән Рәсәй Ауыл хужалығы, Сәнәғәт министрлыҡтарына һәм башҡа федераль министрлыҡтарға туранан-тура мөрәжәғат итеп, маҡсатлы программалар буйынса ресурстар алған осраҡтар бар. Һәм был хуплана ғына. Муниципаль берәмектәрҙе үҫтереү өсөн ресурстар йәлеп итеүгә бер ниндәй ҙә тыйыуҙар һәм сикләүҙәр юҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика башлығы, шулай уҡ, барлыҡ муниципаль берәмектәрҙең үз биләмәһендә тупланған керемдәргә дәғүә итеү хоҡуғы булыуын билдәләп үтте. “Ҡыйынһынырға кәрәкмәй, тәҡдимдәр индереп, заявкалар биреп, үҙеңдекен талап итергә кәрәк. Һеҙ граждандарҙың именлеге өсөн яуап бирәһегеҙ”, — тине Рөстәм Хәмитов, ҡала һәм район башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп.

Йыл аҙағына тиклем муниципалитеттарҙы үҫтереү стратегияһын әҙерләү тамамланырға тейеш. Был программаларҙың SWOT-анализы булған бер өлөшө, инвестиция проекттары исемлеге, хәүеф осраҡтарын анализлау Башҡортостан Президентына тәҡдим ителгән дә инде.

— Мине отчеттар түгел, кешеләрҙең көнкүрешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән тәғәйен эш ҡыҙыҡһындыра. Хөкүмәт һәм муниципалитеттар өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәр — кешеләрҙе эш, хеҙмәт хаҡы, торлаҡ менән тәьмин итеү, — тине Рөстәм Хәмитов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть