Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Республика бюджеты сығымдарын өҫтәмә финанслау буйынса саралар

Иҡтисад

24 ноябрҙә Башҡортостан Президенты «2010 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты сығымдарын өҫтәмә финанслау буйынса саралар тураһында» Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, республика бюджеты килемдәре 1 миллиард 400 миллион һумға арттырыласаҡ.

Шуның 300 миллион һумы дәүләт бюджет һәм дәүләт автономиялы учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр бирелә торған түләүгә йүнәлтеләсәк.

800 миллион һум — муниципаль райондарға һәм ҡала округтарына муниципаль бюджет һәм муниципаль автономиялы учреждениелар хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе тормошҡа ашырыуға урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләр буйынса урындағы үҙидара органдарының вәкәләттәрен тормошҡа ашырғанда барлыҡҡа килгән сығым йөкләмәләрен берлектә финанслауға.

Тағы 300 миллион һум Өфө муниципаль һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға тотоноласаҡ.

Төбәк Хөкүмәтенә бюджет средстволарын алыусылар буйынса күрһәтелгән средстволарҙы бүлеүҙе тормошҡа ашырырға һәм Башҡортостан парламенты депутаттары ҡарауына индереү өсөн Башҡортостан Президентына “2010 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында” БР Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында” закон проектын тәҡдим итергә.

Дәүләт, муниципаль бюджет һәм дәүләт, муниципаль автономиялы учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең социаль яҡланғанлығын тәьмин итеү, республиканың муниципаль бюджет һәм муниципаль автономиялы учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу маҡсатында ҡабул ителгән Указдың үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостан Хөкүмәтенә йөкмәтелде.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть