Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Талбазы үҙәк район дауаханаһында эштәр барышы менән танышты

Йәмғиәт

Башҡортостана Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөнгө үҙ сәфәре барышында Салауат ҡалаһында булғандан һуң Талбазы үҙәк район дауаханаһына (Ауырғазы районы) инде. Бында ул төҙөлөп ятҡан 35 урынлыҡ яңы хирургия корпусын ҡараны.

Әлеге ваҡытта эшләп килгән хирургия бүлексәһе һәм уның майҙаны санитария нормаларына һәм ҡағиҙәләренә яуап бирмәй. Урын етмәгәнлектән ауырыуҙарҙың ҡайһы берҙәре коридорҙа кушеткаларҙа ята. Бөгөн дауалауға мохтаж ауырыуҙарҙың 30 процентын ғына стационар дауалауға һалыу мөмкинлеге бар. Балаларҙы сәләмәтләндереүҙе ойоштороуҙа ла проблемалар етерлек.

Белгестәр фекеренсә, 37,3 мең кеше йәшәгән Ауырғазы районы халҡын хеҙмәтләндереү өсөн хирургия корпусы төҙөлөшөн дауам итеү сиктән тыш мөһим бурыс булып тора. Талбазы үҙәк район дауаханаһы — ҙур Өфө – Ырымбур автомагистрале эргәһендә урынлашҡан берҙән-бер дауалау учреждениеһы. Йыл һайын бында юл-транспорт һәләкәтенә тарыусы 100-ҙән ашыу кеше килтерелә  (быйыл — 129 кеше). Был кешеләргә махсус табип ярҙамы, айырым дауалау һәм тәрбиәләү шарттары талап ителә.

Әлеге ваҡытта тулы күләмдә медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге юҡ. Хәҙер объектта 52 миллион һум үҙләштерелгән. Өс ҡаты төҙөлөп бөткән, ҡыйығы ябылған, стеналар тыштан биҙәлгән, тәҙрә-ишектәр ҡуйылған, йылытыу системаһын монтажлау тамамланған.  

Төҙөлөш эштәрен тамамлауға тағы 65 миллион һум талап ителә, медицина ҡорамалдары һатып алыуға — 52,7 миллион һум, мебель алыуға 3,6 миллион һум кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть