10 декабрь, Шәмбе

25 ноябрь 2010 йыл, 15:33

Дәүләт Йыйылышы депутаттары мәктәптәрҙе ремонтлауға бер миллиард бүлергә тәҡдим итте

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Рәиф Баҙыҡов

«2011 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында» Закон проектына төҙәтмәләрҙе ҡарағанда БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Башҡортостан Хөкүмәтенә ике тәҡдим индерҙе.

— Мәктәптәрҙе ремонтлауға бер миллиард һум аҡса бүлеүҙе айырым планлаштырырға һәм, был средстволар августа түгел, һис юғында, йылдың беренсе кварталында бүленергә тейеш, тип билдәләргә, — тип еткерҙе республика парламентарийҙарының фекерен Бюджет, һалымдар, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе Лев Бакусов.

Депутаттарҙың икенсе инициативаһы — бюджет составында юл фондын булдырыу. Хәйер, федераль власть яғынан был мәсьәләлә әлегә асыҡлыҡ юҡ.  

— Беренсе уҡыуҙа был закон республикала ҡабул ителде. Икенсе уҡыу декабргә билдәләнгән, — тине Лев Бакусов. — Һүҙ бында юл фондын булдырыу тәртибе тураһында бара. Ҡалалар һәм райондар етәкселеге үҙҙәре иҫәп тотасаҡ сумманың күләмен белергә тейешлеге хаҡында.