7 декабрь, Шаршамбы

25 ноябрь 2010 йыл, 15:13

Депутаттар 2011 йылға Башҡортостан бюджетын ҡабул итте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары «2011 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында» БР Законын ҡабул итте. БР Конституцияһына ярашлы, был закон проекты Башҡортостан Президенты тарафынан тәҡдим ителде һәм Дәүләт Йыйылышы тарафынан быйыл 21 октябрҙә беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде.  

Бюджет, һалымдар, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитеттың 12 ноябрҙә үткәрелгән ултырышында был проектҡа килгән төҙәтмәләр һәм үҙгәрештәр ҡаралды. Төп финанс документын ҡарауға әҙерлек эше барышында 2011 йылға БР бюджетының табыштар һәм сығымдар күләменә 18,2 миллиард һум күләмендә аныҡлауҙар индерелде.  

Комитет рәйесе Лев Бакусовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, депутаттар төҙәтмәләрҙең ике сағыштырыу таблицаһын әҙерләне. Төҙәтмәләр өсөн нигеҙ булып киләһе йылда 15 миллиард 836 миллион һум күләмендә индерелергә планлаштырылған федераль бюджет средстволары күләмдәрен аныҡлау торҙо. Был средстволарҙы бүлеү законға ҡушымталарҙа сағылыш тапты.  

Парламентарийҙар республиканың үҙ һалым потенциалын аныҡланы һәм тәүге бюджет проектының табыштар һым сығымдар өлөшө параметрҙарына үҙгәрештәр индерҙе.  

Төҙәтмәләрҙең тағы бер төркөмө федераль закондарға ярашлы бюджет классификацияһын үҙгәртеүгә бәйләнгән.  

Дөйөм алғанда, депутаттар Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан индерелгән 37 төҙәтмәне дөйөмләштерҙе. Улар барыһы ла ҡабул итеүгә тәҡдим ителде.

Бынан тыш, башҡа хоҡуҡ закондары инициативаһы субъекттарынан тағы 12 төҙәтмә парламентарийҙар тарафынан бер тауыштан ҡабул ителде. 14 төҙәтмә кире ҡағылды.

Депутаттар төҙәтмәләрҙе раҫланы һәм «2011 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында» Законды икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Уларҙы иҫәпкә алып, 2011 йылға бюджеттың табыштар өлөшө күләме  – 81,5 миллиард һум, сығымдар өлөшө күләме 96,9 миллиард һум суммаһында билдәләнә, бюджет дефициты күләме тәүге кимәлдә – 15,4 миллиард һум суммаһында һаҡланды.