9 декабрь, Йома

25 ноябрь 2010 йыл, 13:22

Айрат Ғәскәров сенатор булды

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай 25 ноябрҙә үҙенең пленар ултырышында Айрат Ғәскәровты Федерация Советы ағзаһы  итеп тәғәйенләүгә ризалыҡ бирҙе, унда ул республика башҡарма власть органы мәнфәғәттәрен сағылдырасаҡ.

Федерация Советын ойоштороу регламентына ярашлы, башҡарма власть органынан кандидатураны төбәктең юғары вазифалы кешеһе индерә.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Айрат Ғәскәровты сенатор вазифаһына тәғәйенләү тураһындағы Указға 2010 йылдың 22 ноябрендә ҡул ҡуйҙы. Уның кандидатураһын парламентарийҙар бер тауыштан хупланы.

Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев депутаттар исеменән Айрат Ғәскәровҡа депутат сифатында эшмәкәрлеге һәм Хөкүмәт вице-премьеры, Башҡортостандың финанс министры булараҡ республика парламенты менән эшлекле хеҙмәттәшлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.