7 декабрь, Шаршамбы

25 ноябрь 2010 йыл, 12:12

Президент Салауат нефть эшкәртеү гиганты мөмкинлектәрен баһаланы

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

25 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре сиктәрендә «Салауатнефтеоргсинтез» («СНОС») предприятиеһында булды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уның базаһында Бөтә Рәсәй нефть-газ химияһы үҙәге һәм «Газпром нефтехим Салауат» технопаркы төҙөләсәк.

СНОС-тың генераль директоры Дамир Шәүәлиевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, технопарк эшмәкәрлегендә нефть эшкәртеүгә, нефть химияһына һәм халыҡ ҡулланыу тауарҙарына төп баҫым яһаласаҡ.

Башҡортостан Президенты, технопаркта эшләү өсөн бәләкәй бизнес йәлеп ителәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Унда эшләргә теләк белдереүселәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк.

Төбәк башлығы түбән баҫымлы полиэтилен етештереү буйынса 20-се цехта булды, майлы газ, бензин, кәрәсин, дизель яғыулығы һәм башҡа фракциялар алыу маҡсатында сеймалды тәүге эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән ЭЛОУ-АВТ-6 ҡоролмаһын ҡараны.

Президент шулай уҡ бензин һәм дизель яғыулығы етештереү өсөн тәғәйенләнгән висбрекинг ҡоролмаһы комплексын да ҡараны. Уны асыу тантанаһы 2009 йылдың апрелендә үткәрелгәйне.

Белешмә өсөн. «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — Рәсәйҙә иң ҙур нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы производство комплекстарының береһе. Ватанда ҡайһы бер продукттар, атап әйткәндә, бутил спирты һәм пластификаторҙар, стирол һәм стирол сополимерҙары етештереү лидерҙарына инә. Сығарылған продукция атамалары 120-нән ашып китә.

Быйыл йыл башынан алып ғәмәлдәге хаҡтарҙа продукция етештереү күләме 66,4 миллиард һум тәшкил итте. Продукция етештереүҙең физик күләме индексы — 115 процент.

2010 йылдың туғыҙ айында предприятие 2,2 миллиард һум күләмендә саф килем алды.