9 декабрь, Йома

25 ноябрь 2010 йыл, 11:44

Башҡортостанда Үҫеш корпорацияһы ойошторола

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йыл аҙағына тиклем «Башҡортостан Республикаһы үҫеш корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ойошторорға ҡушты. Компания төбәккә инвестициялар йәлеп итеү, өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын күҙәтеү һәм инвесторҙар өсөн административ ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү менән шөғөлләнәсәк.

Корпорация бурыстарына шулай уҡ шәхси-дәүләт партнерлығын юлға һалыу буйынса функцияларҙы тормошҡа ашырыу, индустриаль парктар һәм технопарктар эшен яраштырыу инә. Республика компанияһы төбәк Хөкүмәте тарафынан өҫтөнлөклө тип танылған һәр инвестиция проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләрен дә күҙәтеп барасаҡ, тип планлаштырыла, тип хәбәр итә республика башлығы матбуғат хеҙмәте.