6 декабрь, Шишәмбе

25 ноябрь 2010 йыл, 11:20

Башҡортостан парламентының 32-се пленар ултырышы

автор: Марина Шумилова

25 ноябрҙә Өфөлә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Йортонда, дүртенсе саҡырылыш республика парламентының 32-се ултырышы башланды. Көн тәртибендә 40-тан ашыу мәсьәлә.

Пленар ултырышта депутаттар 25 закон проектын тикшерәсәк. Етәүһе өҫтөндә эште тамамларға планлаштырыла. Улар иҫәбендә — «Башҡортостан Республикаһының норматив хоҡуҡ акттары тураһында», «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты статусы тураһында» БР Законының 11-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”, «Башҡортостан Республикаһының аграр өлкәләге айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Мәғариф тураһында» БР Законына үҙгәрештәр индереү тураһында” БР Закондары һәм башҡалар.

Парламентарийҙар бөгөн «Башҡортостан Республикаһының 2011 йылға бюджеты тураһында», «Башҡортостан Республикаһы Республика мотлаҡ медицина страховкаһы фондының 2011 йылға бюджеты тураһында» Закондар ҡабул итәсәк, шулай уҡ парламентҡа Башҡортостан Президенты тарафынан индерелгән Республиканың 2011 йылға һәм 2013 йылға тиклем осорға социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллау проектын тикшереүҙе дауам итәсәк, тип көтөлә.

Депутаттар республиканың ете суд участкаһы мировой судьялары вазифаһына кандидатураларҙы һәм Дәүләт Думаһына Административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында Рәсәй кодексына үҙгәрештәр индереүҙе күҙ уңында тотҡан закон сығарыу инициативаһы менән мөрәжәғәтте ҡараясаҡ. Шулай уҡ ҡайһы бер закон проекттары беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ.

Республика парламенты депутаттары алдында «Рәсәй патриоттары» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеге тураһында белдереү менән партияның Төбәк бүлексәһе комитеты рәйесе Заһир Хәкимов сығыш яһаясаҡ.