6 декабрь, Шишәмбе

24 ноябрь 2010 йыл, 17:41

25 ноябрҙә хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙы армияға оҙатасаҡтар

автор: Сергей Захаров

25 ноябрҙә Республика хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында (Өфө, Революцион урамы, 156) хеҙмәткә алыныусыларҙы Рәсәй Ҡораллы көстәр сафына оҙатыуға арналған тантаналы митинг үтәсәк.

Унда Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы полковник Илдар Баһаутдинов, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, дәүләт һәм муниципаль власть органдары, йәмәғәтселек вәкилдәре, дин әһелдәре ҡатнаша.

Сара 16 сәғәттә башлана.

темалар: анонс