10 декабрь, Шәмбе

24 ноябрь 2010 йыл, 17:18

Өфөлә Ҡыш бабайға ебәрелгән хаттар өсөн почта йәшниге ҡуйылды

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә Ҡыш бабайға ебәрелгән хаттарҙы йыйыу өсөн махсус почта йәшниге асылды. Ул «Өфө» универмагында урынлаштырылған. Проекттың инициаторы — баш ҡала хакимиәте һәм «Башҡортостан пионерҙары» йәмәғәт ойошмаһы ҡатнашлығында Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды.

Балалар корреспонденцияһы 5 декабргә тиклем ҡабул ителә. Ойоштороусыларҙың билдәләүенсә, үҙҙәренең хаттарында балалар ағымдағы йылда эшләнгән яҡшы һәм намыҫлы эштәре тураһында һөйләргә тейеш. Ҡыш бабайға хатты үҙ ҡулың менән йәшниккә һалырға йәки түбәндәге адресҡа ебәрергә мөмкин: 450047, Өфө ҡалаһы, «Ҡыш бабайға» абонент йәшнигенә.

Әкиәт тылсымсыһынан яуап хаттарҙы балаларға 10 декабрҙән 31-енә тиклем көтөргә кәрәк. Бүләк сифатында хат авторҙары – бөтә республиканан 3000 малай һәм ҡыҙ — ҡышҡы каникул көндәрендә Яңы йыл тамашаларына саҡырыласаҡ, улар 2011 йылдың 10, 11, 12 ғинуарында үтәсәк.

Өҫтәп үтәйек, был проект 2003 йылдан алып бойомға ашырыла. Фонд мәғлүмәте буйынса, Ҡыш бабай почтаһына был арала 51 меңдән ашыу хат килгән. Бар республиканан 18 мең самаһы мәктәп уҡыусылары Яңы йыл тамашаларына саҡырыу менән бүләкләнгән.  

темалар: проекттар