Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

«Башинформ» вәкиле Азия һәм Тымыҡ океан мәғлүмәт агентлыҡтары ассамблеяһына саҡырылған

Йәмғиәт

25 ноябрҙән 27-һенә тиклем Истанбулда Азия һәм Тымыҡ океан илдәренең Мәғлүмәт агентлыҡтары ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы (OANA) конференцияһы үтәсәк. Ул Төркиәнең «Анадолу» мәғлүмәт агентлығының 90 йыллығына арналасаҡ. OANA конференцияһы сиктәрендә Төрки телле мәғлүмәт агентлыҡтары союзының (ТКА) ултырышы үткәреләсәк. Унда был союзға ингән мәғлүмәт агентлыҡтары — «Анталия агентлығы» — "Анадолу Аджансы" (Төркиә), "АзерТАдж" (Азербайжан), «Кабар» (Ҡырғыҙстан), ТАК (Төньяҡ Кипр), "Башинформ" (Башҡортостан), «Татар-информ» (Татарстан),  «Крымские Новости» агентлығы етәкселәре ҡатнаша. «Башинформ» агентлығынан ултырыш эшендә баш мөхәррир урынбаҫары Алик Шакиров ҡатнаша.

Төркиәнең төп һәм иң ҙур мәғлүмәт агентлығы булып торған, бөтә донъяла киң билдәле һәм популяр «Анадолу» агентлығына быйыл 90 йыл тулды.

"Анадолу Аджансы" мәғлүмәт агентлығы 1920 йылда Төркиә Республикаһына нигеҙ һалыусы Мостафа Кемаль Ататөрк инициативаһы менән ойошторола. «Анадолу» агентлығының генераль директоры Хилми Бенги хәбәр итеүенсә, хәҙерге ваҡытта уның бөтә Төркиә буйынса 14 төбәк бүлеге һәм 30 бюроһы бар. Илдән ситтә агентлыҡтың 20 сит ил корреспондент пункты булдырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть