9 декабрь, Йома

24 ноябрь 2010 йыл, 15:06

Стәрлетамаҡтың Директорҙар советын Илгиз Шәрипов етәкләне

автор: Әнисә Абдуллина

Стәрлетаматың ҡала Директорҙар советына ингән илле иң ҙур предприятиеһы һәм ойошмаһы етәкселәре сираттағы ултырышында ҡайһы бер ойоштороу мәсьәләләрен ҡараны. Атап әйткәндә, яңы рәйес һайланы, ул «Красный пролетарий» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Илгиз  Шәрипов  булды (элек Директорҙар советына Алексей Изотов етәкселек итә ине – хәҙер ул ҡала хакимиәте башлығы); Совет президиумы һәм эш биреүселәр яғынан социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия составын ойошторҙолар.

Ҡала хакимиәте башлығы Алексей Изотов әйтеүенсә, ҡала төрлө төбәк һәм федераль программаларҙа ҡатнашып, инвестициялар йәлеп итеү өсөн һәр мөмкинлекте файҙалана. Әммә юлдарҙы ремонтлау, мәктәп һәм балалар баҡсаларына, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына ярҙам кеүек күп мәсьәләләр бюджет финанслауынан ситтә ҡала.

Директорҙар советы абруйлы консультатив орган ғына түгел, ҡайһы бер ижтимағи мөһим проблемаларҙы хәл итеүҙә етди ресурс та булып тора. Ултырышта Совет ағзалары ҡала проекттарында ҡатнашырға әҙер булыуҙарын белдерҙе һәм хакимиәт менән предприятиелар араһында үҙ-ара һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек форматын тикшерҙе.

темалар: сәнәғәт