Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Энергетиктар ҡышҡы һыуыҡтарға әҙер булыуын күрһәтте

Иҡтисад

Йылытыу миҙгеле башланғас тәүге һыуыҡтарҙы Башҡортостан йылылыҡ селтәрҙәре белгестәре тулы әҙерлектә ҡаршыланы һәм ҡулланыусыларҙы йылылыҡ менән ышаныслы тәьмин итеүҙәрен күрһәтте.  

Башҡортостан энергетиктары көндәр һыуыныу менән (18 ноябрҙән алып 22 ноябргә тиклем уртаса тәүлек һауа температураһы плюс бер градустан минус 12 градусҡа тиклем төштө) кисектергеһеҙ саралар күрҙе. «БашРТС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә  торба үткәргестәрҙә йылылыҡ йөрөтөү (селтәр һыуы) температураһын күтәрҙеләр, йәғни ҡулланыусыларға йылы биреүҙе арттырҙылар. Мәҫәлән, Өфөлә 19 ноябрҙә йылылыҡ йөрөтөү температураһы плюс 73°С градусҡа тиклем күтәрелде, икенсе төнгә күрһәткес тағы ике градусҡа арттырылды, ә көндөҙ плюс 80°С градусҡа етте. Ә  22 ноябргә Өфөлә иң юғары күрһәткескә – 85 градусҡа тиклем йылытыуға – өлгәшелде. Благовещен, Салауат һәм Стәрлетамаҡ йылылыҡ энергетиктары ла ошондай уҡ билдәгә сыҡты.

«Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, фатирҙарҙы һөҙөмтәле йылытыу өсөн селтәр һыуын тағы ла юғарыраҡ температураға тиклем йылытырға тура килде: Нефтекамала – плюс 88°С, Ағиҙелдә – плюс 93°С градусҡа тиклем.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть