7 декабрь, Шаршамбы

24 ноябрь 2010 йыл, 11:55

Ҡоролоҡтан зыян күргән төбәктәргә өҫтәмә средстволар бүленәсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Шишәмбе, 23 ноябрҙә, Рәсәйҙең беренсе вице-премьеры Виктор Зубков Рәсәй Федерацияһы субъекттары етәкселәре менән малсылыҡҡа ярҙам һәм миҙгелле баҫыу эштәрен үткәреү буйынса саралар тураһындағы мәсьәлә буйынса селектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Ул, быйыл аграрийҙар өсөн ҡатмарлы йыл булды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башлыса, сиктән тыш ҡоролоҡ арҡаһында. Виктор Зубков, көҙ РФ Хөкүмәте ҡоролоҡтан зыян күргән төбәктәргә 20 миллиард һум күләмендә транш йүнәлтте, тип хәбәр итте.

—Декабрҙә тағы 15 миллиард һум йүнәлтеләсәк, — тип билдәләне ул. – Был средстволарҙы бүлгәндә беренсе траншты файҙаланыу һөҙөмтәлелеге иҫәпкә алынасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан бөтәһе 3,88 миллиард һум алғайны инде. Был средстволар мал һанын һаҡлаясаҡ хужалыҡтарға иҫәпләнгән.  

Вице-премьер, Рәсәйҙә ит һәм һөт етештереү темптары артты, тип хәбәр итте. Был күрһәткестәр буйынса ул бер нисә төбәкте билдәләне. Башҡортостан Республикаһы улар иҫәбендә телгә алынманы.  

Виктор Зубков шулай уҡ  быйыл 15,4 миллион гектар майҙанға ужым орлоғо сәселеүе хаҡында хәбәр итте, был былтырғы кимәлдән 20 процентҡа кәмерәк. Уның әйтеүенсә, был кәметеүҙе компенсациялау өсөн яҙғы сәсеүҙе 25 процентҡа арттырырға кәрәк.