Туймазыла йөҙөү буйынса Башҡортостан чемпионаты үткәрелә
25 ноябрҙән 27-һенә тиклем Туймазы ҡалаһы Спорт-сәләмәтләндереү комплексының йөҙөү бассейнында йөҙөү буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаты үтәсәк.
Уның ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Юғары спорт оҫталығы әҙерлеге үҙәге, Туймазы районы хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитеты һәм Башҡортостан Республикаһы Йөҙөү федерацияһы.
Ярыштарҙа 350-нән ашыу спортсы ҡатнашасаҡ.
Программала ирекле стиль, баттерфляй, арҡала йөҙөү һәм комплекслы йөҙөү оҫталарының төрлө дистанцияға йөҙөүҙәре, эстафеталар ҡаралған.







