8 декабрь, Кесе йома

24 ноябрь 2010 йыл, 11:01

Эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы предприятиелар билдәләнде

автор: Марина Шумилова

Өфөлә, Профсоюздар йортонда, БР Профсоюздар федерацияһы, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, БР Эш биреүселәр союзы ойошторған “Эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы предприятие” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурс финалында эшләүсе әсәләр өсөн уңайлы шарттар булдырылған – махсус программалар эшләнгән һәм коллектив договорҙарҙа өҫтәмә социаль гарантиялар ҡаралған – туғыҙ ойошма ҡатнашты.

Конкурсҡа бирелгән материалдарҙы һәм баһалау критерийҙарын тикшереп, комиссия ағзалары еңеүселәрҙе билдәләне. Беренсе урынды ике предприятие — «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм Стәрлетамаҡ район-ара элемтә үҙәге, икенсене — «Д.А.Черняев исемендәге Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәре»  һәм «Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, өсөнсө урынды «Каустик», «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, «Башкиргаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яуланы.

Конкурс еңеүселәренә иҫтәлекле дипломдар һәм Яңы йыл балалар утренниктарына бушлай билеттар тапшырыласаҡ.