Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостандың Шаран районында Ветерандар йорто эшләй башланы

Йәмғиәт

Башҡортостандың Шаран районы хакимиәте ҡарары менән район үҙәгендәге бушаған биналарҙың береһе Ветерандар советына бирелгән. Әлеге ваҡытта бер нисә предприятие һәм ойошмаларҙың көсө менән бында ремонт эштәре алып барыла.

— Бинала йылылыҡ, электр уты бар, — ти райондың Ветерандар советы рәйесе Замир Әхмәҙуллин, — косметик ремонт үткәргәс, яңыса эшләй башлаясаҡбыҙ.

Был йәмәғәт ойошмаһы активының планы буйынса бында ветерандар өсөн ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса төрлө түңәрәктәр ойоштороласаҡ, ололар осраша, аралаша, файҙалы эштәр менән шөғөлләнә аласаҡ. Ололарҙың һорауҙары буйынса, пенсионерҙарҙы компьютер менән эшләүгә өйрәтеү өсөн Шаран ауылындағы ике мәктәптең һәм һөнәри белем биреү училищеһының аҡыллы машиналары эшкә йәлеп ителәсәк. Бынан тыш, ветерандар хәрәкәтле спорт төрҙәре менән хәҙер йыл әйләнәһенә әүҙем шөғөлләнә аласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть