10 декабрь, Шәмбе

24 ноябрь 2010 йыл, 10:33

Инновацион эшмәкәрлекте яҡтыртыу буйынса журналистар конкурсы еңеүселәре

автор: Любовь Колоколова

2010 йылда Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларында инновацион эшмәкәрлек мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыуға республика журналистар конкурсына йомғаҡ яһалды. Быйыл был конкурс дүртенсе тапҡырына үткәрелде.

БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы хәбәр итеүенсә, конкурсҡа Учалы, Сибай, Благовещен, Нефтекама, Өфө ҡалаларынан һәм Өфө районынан 21 коллективтан һәм айырым авторҙарҙан материалдар килде. Ойоштороу комитеты ултырышында еңеүселәр билдәләнде.

«Баҫма киң мәғлүмәт саралары: республика гәзиттәре һәм журналдары — иң яҡшы редакция коллективы/журналист» номинацияһында беренсе урын «Новая экономическая газета» күҙәтеүсеһе Александр Филипповҡа бирелде. Икенсе урында — «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе Рәшиҙә Мәхийәнова. Өсөнсө урынды «Бизнес-партнер» журналы алды.

«Баҫма киң мәғлүмәт саралары: район, ҡала һәм берләштерелгән гәзиттәр һәм журналдар – иң яҡшы редакция коллективы/журналист» номинацияһында «Учалинская газета» редакцияһы еңде. Икенсе урынды «Панорама» гәзите (Благовещен) яуланы. Өсөнсө урында — «Красное знамя» гәзите редакцияһы (Нефтекама).

«Ведомство, корпоратив гәзиттәр һәм журналдар — иң яҡшы редакция коллективы/журналист» номинацияһында һөҙөмтәләр түбәндәгесә: беренсе урында —ӨДАТУ-ның «Авиатор» гәзите, икенселә – «Авиатор» гәзите хәбәрсеһе Эльвира Ғәниева. Өсөнсө урынды «Голос строителя» корпоратив гәзите менән «Вестник треста №21» гәзите бүлеште.

«Электрон киң мәғлүмәт саралары (радио, телевидение, интернет-баҫмалар) — иң яҡшы редакция коллективы/журналист» номинацияһында урындар түбәндәгесә бүленде: 107 ФМ радиоканалының баш мөхәррире Азат Ғизәтуллин – беренсе урын, «BUSINESS FM UFA 107,5» радиостанцияһы — икенсе, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы (махсус хәбәрсе Эльвира Баҡыева) – өсөнсө урын.

«Махсус баҫмалар — иң яҡшы редакция коллективы/журналист» номинацияһында «Инновационный Башкортостан» журналы мөхәррире Марина Чепикова һәм «Ростехнадзор-Приуралье» махсус журналы (редакция коллективы) билдәләнде.