9 декабрь, Йома

24 ноябрь 2010 йыл, 10:25

Өфөнөң реабилитация үҙәктәрендә йыл һайын 1800-ҙән ашыу инвалид балалар дауаланыу курсы үтә

автор: Гөлназ Тутаева

Өфөлә бөгөн икешәр һәм унан күберәк инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләр бар. Һәм бындай ғаиләләр беҙҙә 47.  Уларҙа физик мөмкинлектәре сикләнгән 96 бала йәшәй. Йәнә 296 бала аҙ мобилле категорияға ҡарай, йәғни улар кеше ярҙамынан тыш хәрәкәт итә алмай. Ҡалала бөгөнгө көндә 2475 инвалид бала иҫәпләнә, был уҙған йылға ҡарағанда 7,1 процентҡа күберәк. Был турала мэрияла үткән матбуғат конференцияһында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Әлфирә Баҡыева хәбәр итте.

Инвалид балалар өсөн ике реабилитация үҙәге булдырылған. Был тренажер залы һәм дауалау физкультураһы залы, физиотерапия, массаж, психолог, стоматолог һәм башҡа төрлө белгестәр кабинеттары булған яҡшы матди-техник базалы заманса учреждениелар. Төрлө патологиялы инвалид балаларға реабилитация хеҙмәттәре күрһәтергә мөмкинлек биргән күп профиллелек был учреждениеларҙың үҙенсәлеге булып тора.

Киров районында урынлашҡан реабилитация үҙәге нигеҙендә балалар тәүлек әйләнәһенә йәшәй алған 10 койкалыҡ стационар бүлек, шулай уҡ 20 урынлыҡ көндөҙ дауалау бүлексәләре эшләп килә. Ҡалалағы инвалид балаларҙың 15-30 көн дауамында был үҙәктә йәшәп, реабилитация курсы үтергә мөмкинлеге бар. Реабилитация үҙәктәре патронажды ла практикалай. Дөйөм алғанда быйылғы йылда 286 ғаилә  үҙәк хеҙмәте менән файҙаланған. Йыл һайын бындай учреждениеларҙа 1800-ҙән ашыу инвалид балалар реабилитация курсы үтә, был ҡалалағы инвалид балаларҙың 70 проценты.

Әлфирә Баҡыева әйтеүенсә, Өфө мөмкинлеге сикләнгән балаларҙы дистанцион уҡытыу проектын индереү буйынса Рәсәйҙең беренсе ҡалалары иҫәбендә. Башлыса был хәрәкәт-таяныу аппараты зарарланған һәм соматик ауырыуҙар менән яфаланған балалар. Уҙған уҡыу йылында 20 юғары класс уҡыусыһы on-line белем алған. Яңы уҡыу йылынан йәнә туғыҙ 6-9 класс уҡыусылары дистанцион рәүештә белем ала башлаған.