Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

25 ноябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында филармониялар фестивале асыла

Йәмғиәт

25 — 28 ноябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан филармониялары фестивале үтәсәк. Өфө тамашасылары алдында сығыш яһар өсөн баш ҡалаға республиканың барлыҡ концерт ойошмаларының солистары һәм коллективтары киләсәк.

25 ноябрҙә — Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы, 26 — Сибай дәүләт филармонияһы, 27-ендә Нефтекама дәүләт филармонияһы үҙенең программаһын тәҡдим итәсәк, һәм 28 ноябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһының көсө менән гала-концерт күрһәтеләсәк.

Нәзифә Ҡадырова, Әлфиә Юлсурина, Ирина Остин, Вәхит Хызыров һәм башҡа солистар башҡарыуында «Юнона һәм Авось», «Сильва», «Нотр-Дам де Пари», «Опера өрәге», «Порги һәм Бесс» кеүек популяр мюзикл һәм оперетталарҙан номерҙар ишеттереләсәк. Билдәле кинофильмдарҙан мелодияларҙы эстрада-джаз оркестры башҡарасаҡ, шулай уҡ концертта хор капеллаһы ла ҡатнашасаҡ.

Теги: анонс
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть