10 декабрь, Шәмбе

23 ноябрь 2010 йыл, 17:45

«Урал-батыр» эпосын яҙып алыуҙың 100 йыллығына арналған халыҡ-ара конференция үтәсәк

автор: Марина Шумилова

30 ноябрҙә Өфөлә, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Йортонда, «Урал-батыр» эпосын яҙып алыуҙың 100 йыллығына арналған «Урал-батыр» һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үткәреләсәк. Уны ойоштороусылар – Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, БР Фәндәр академияһы, БР Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты.

«Урал-батыр» эпосы — финдарҙың «Калевала», германдарҙың «Песнь о Нибелунгах», ҡырғыҙҙарҙың «Манас» кеүек эпик шиғриәт шедеврҙары менән бер рәттә торған, башҡорт халҡының боронғо архаик хикәйәттәренең береһе. «Урал-батыр» мифологияны өйрәнеү буйынса мөһим сығанаҡ булып тора, башҡорт халҡының ғына түгел, бөтә донъя мәҙәниәтенең боронғо тарихына асыҡлыҡ индерә.

«Урал-батыр» эпосын яҙып алыуҙың 100 йыллығына арналған ғилми форумға Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Учалы, Ҡазан, Яр Саллы, Төмән, Новосибирск, Горно-Алтайск ҡалаларынан, шулай уҡ Абхазиянан һәм Германиянан ғалимдар йыйыласаҡ.