3 декабрь, Шәмбе

23 ноябрь 2010 йыл, 17:40

«КамАЗ» йәмғиәтенең һөнәри оҫалыҡ конкурсында Нефтекама автозаводы вәкилдәре уңышлы сығыш яһаны

автор: Любовь Колоколова

«КамАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәш хеҙмәткәрҙәре араһында үткән «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» һөнәри оҫталыҡ конкурсында Нефтекама автозаводы вәкилдәре алға сыҡты.

«НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән конкурсҡа йәмғеһе ун йәш хеҙмәткәр – төп эшсе профессияһы вәкилдәре ебәрелде. Шуларҙың бишәүһе дипломдар менән әйләнеп ҡайтты – уларҙа өс беренсе һәм ике икенсе урындар. Әйтергә кәрәк, был конкурста һәр номинацияла ни бары өс урын ғына билдәләнә.

Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, иң яҡшы слесарь-инструментсы тип — Василий Умурьянов (4-се цех), иң яҡшы электромонтер тип Ильяс Ғаязов табылған (17-се цех), иң яҡшы слесарь-ремонтлаусы исеменә Рауил Дәүләтшин лайыҡ булған (9-сы цех). Уларҙың барыһы ла беренсе дәрәжәләге дипломдар алған.

Икенсе урындарҙа -  «Иң яҡшы механик йыйыу эштәре слесары» Руслан Гәрәев (23-сө цех), «Иң яҡшы токарь» Ринат Ҡәйүмов (32-се цех).

Дөйөм команда иҫәбендә нефазсылар өсөнсө урын яуланы, призлы урындар иҫәбе буйынса – икенсе. Баһалама ағзалары фекеренсә, теоретик өлөштә Башҡортостан егеттәренә етеүселәр булмаған.