Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Йыл башынан алып Башҡортостанда 15,5 мең фатир төҙөлгән

Иҡтисад

Ағымдағы йылдың туғыҙ айында Башҡортостанда дөйөм майҙаны 1406,3 мең квадрат метрлыҡ 15,5 мең фатир файҙаланыуға тапшырылған. Уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата был 86,6 процент. Республиканың мең кешеһенә иҫәптә 346 квадрат метр торлаҡ майҙаны сафҡа индерелгән.

Шәхси торлаҡ йорттар өлөшө дөйөм сафҡа индерелгән торлаҡтың 76,9 процентын тәшкил иткән. Шәхси төҙөүселәр менән дөйөм майҙаны 1081,8 мең квадрат метрлыҡ 10 меңдән ашыу шәхси йорт төҙөлгән (2009 йылдың ғинуар-октябренә ҡарата 83,6%).

Бащҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика предприятиелары һәм ойошмалары менән үткән туғыҙ айҙа 324,5 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған — уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 98,3%. Быйылғы йылдың ғинуар-октябрендә төҙөлөш эштәре күләме 62596,1 миллион һум тип баһалана йәки 2009 йылдың ошондай уҡ осорона ҡарата 93,9%.

Дөйөм алғанда Рәсәй буйынса торлаҡ төҙөлөшө күләме йыл башынан алып 37,7 миллион квадрат метр тәшкил иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть