9 декабрь, Йома

23 ноябрь 2010 йыл, 17:08

Заказдар буйынса аралашыу сайты булдырылды

автор: "Башинформ"

Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса Башҡортостан Дәүләт комитетының рәсми сайты асылды – http://goskomzakaz.bashkortostan.ru, шулай уҡ республика дәүләт заказы белгестәре берләшмәһенең блогы булдырылды – http://community.livejournal.com/goskomzakaz.

— Дәүләт һәм муниципаль һатып алыуҙар өлкәһендә белгестәргә, практиктарға, эксперттарға беҙҙең блог эшенә ҡушылырға тәҡдим итәбеҙ, — ти Дәүләт заказдар комитеты рәйесе Сергей Новиков. — 94-ФЗ Федераль законды һәм, электрон аукциондар үткәреү һәм вәкәләтле органдың дәүләт заказсылары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеге мәсьәләләрен индереп, заказдар урынлаштырыу өлкәһендә башҡа норматив хоҡуҡи акттарҙы тормошҡа ашырыу менән бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереүҙә ҡатнашыу бюджет сығымдарын оптималләштереүгә булышлыҡ итәсәк, – тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.