9 декабрь, Йома

23 ноябрь 2010 йыл, 16:55

Францияның авиация-космос тармағы вәкилдәре Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең технологик мөмкинлектәре менән танышты

автор: Любовь Колоколова

«Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә Францияның авиация-космос тармағы предприятиелары вәкилдәре булып китте. Делегацияны халыҡ-ара Safran юғары технологиялар төркөмө вице-президенты, халыҡ-ара үҫеш буйынса директор Жан-Кристоф Корд етәкләне. Газ турбинаһы төҙөлөшө өлкәһендә хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшереү визиттың төп маҡсаты ине.

«Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Прототиплау инженерҙар үҙәгенең, ҡойоу һәм йыйыу производствоһының, Рәсәйҙәге берҙән-бер ышҡылыу ярҙамында иретеп йәбештереү участкаһының, вакуумлы техника участкаһының, турбина роторҙары һәм компрессорҙар эшләү комплексының технологик мөмкинлектәре менән танышыу ҙа берекмәгә визит программаһына индерелде.

Әйтергә кәрәк, Safran төркөмө компаниялары төрлө проекттар буйынса «Оборонпром» берләшкән сәнәғәт корпорацияһы предприятиеларының партнерҙары сифатында сығыш яһай. Атап әйткәндә, Snecma һәм «Сатурн» фәнни-производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең берлектәге предприятиеһы сиктәрендә SaM146 двигателен эшләү, яңы еңел Ка-226Т вертолеттарын Turbomeca двигателдәре менән йыһазландырыу, йәнә бер нисә башҡа программалар.