7 декабрь, Шаршамбы

23 ноябрь 2010 йыл, 16:46

880 меңгә яҡын кеше киҙеүгә ҡаршы прививка яһатты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республиканың 880 мең самаһы кешеһе киҙеүҙән прививка яһатты. Был республика халҡының 21,7 проценты. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, федераль бюджет средстволары иҫәбенә вакцинация 795,5 мең кешегә үткәрелде, шуларҙан 355,5 меңе — балалар. Финанслауҙың өҫтәмә сығанаҡтары иҫәбенә 84,4 меңдән ашыу кеше прививка яһатты.

Уҙған аҙнала Башҡортостанда 13400 кешегә ОРВИ диагнозы ҡуйылды, шуларҙан 71,5 процентын 14 йәшкә тиклемге балалар тәшкил итте. Бынан алдағы аҙна менән сағыштырғанда ауырыу 9 процентҡа артты. Киҙеү осраҡтары әлегә теркәлмәгән.

Ә баш ҡалала бынан алдағы аҙна менән сағыштырғанда сирләүселәр һаны 4,2 процентҡа кәмене. ОРВИ диагнозы 3500 кешегә ҡуйылды. Эпидемиологтар, Өфөлә йәшәүселәрҙең ОРВИ менән сирләүе эпидемия сигенән 35 процентҡа кәмерәк, тип раҫлай.