10 декабрь, Шәмбе

23 ноябрь 2010 йыл, 16:15

Инвалидтарҙың матди хәлен яҡшыртыу саралары күрелә

автор: Гөлназ Тутаева

Халыҡ-ара инвалидтар көнө алдынан Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә социаль ярҙамға арналған матбуғат конференцияһы үткәрелде.  

Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Әлфирә Баҡыева хәбәр итеүенсә, Өфөлә бөгөн 18 йәштән өлкәнерәк инвалидтар һаны 72600-ҙән ашыу кеше тәшкил итә — был ҡала халҡының дөйөм иҫәбенең 7 проценты. Уҙған йыл менән сағыштырғанда инвалидтарҙың һаны 0,11 процентҡа кәмене.

Өлкәндәр араһында инвалидлыҡ структураһы түбәндәгесә: беренсе төркөм инвалидтар – 6292 кеше (өлкән йәштәге инвалидтар һанының 8,6 проценты), икенсе төркөм — 32792 кеше (45,1%), өсөнсө төркөм — 33518 кеше (46,1%). Инвалидтарҙың дөйөм һанынан 5926 кеше эш менән тәьмин ителгән.

— Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәттәре тарафынан инвалидтарҙың матди хәлен яҡшыртыу буйынса тәғәйен саралар күрелә. Беренсе сиратта, был уларҙы пенсия менән тәьмин итеүгә ҡағыла, — тип билдәләне Әлфирә Баҡыева.

Пенсиянан тыш, башҡа ярҙам саралары ла бар. Мәҫәлән, 13 меңдән ашыу эшкә һәләтле йәштәге эшләмәүсе граждан дауалау учреждениеһы һығымтаһы буйынса даими тәрбиәгә мохтаж беренсе төркөм инвалидтарҙы, инвалид балаларҙы, ҡарттарҙы йәки 80 йәштән уҙған ололарҙы ҡарау буйынса компенсация юлланы. Был түләү күләме 1380 һум тәшкил итә.

Дауалау-профилактика учреждениелары тарафынан йыл һайын тар белгестәрҙе йәлеп итеп инвалидтарҙы диспансеризациялау, күсмә бригадалар менән медосмотр үткәрелә.

Әйтергә кәрәк, Өфөлә халыҡты комплекслы социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәре эшләп килә. Был үҙәктәрҙең социаль хеҙмәткәрҙәре йыл һайын сит ярҙамға мохтаж 3000 самаһы инвалидты хеҙмәтләндерә. Уларҙың өйҙәренә аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ әйберҙәр, медикаменттар килтереп бирә. Бөтәһе 30-ҙан ашыу төр гарантияланған социаль хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтелә.

Бынан тыш, тәрбиәгә мохтаж инвалидтар алты айға тиклем Өфөнөң Дим, Киров, Оржоникидзе райондары комплекслы үҙәктәрендә ваҡытлыса йәшәй ала. Унда йәшәү хаҡы инвалидтың пенсияһының 75 процентын тәшкил итә.  

Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә ҡарата, һәр ваҡыттағыса, саралар үткәреләсәк.