4 декабрь, Йәкшәмбе

23 ноябрь 2010 йыл, 14:11

Австралияның AVARA Technologies компанияһы менән хеҙмәттәшлек итәсәктәр

автор: Любовь Колоколова

Австралияның AVARA Technologies компанияһы вәкилдәре ошо көндәрҙә Өфө дәүләт авиация техник университетында, «Башинформсвязь» һәм «Өфө «Промсвязь» заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәрендә булып китте. Уларҙың сәфәренең маҡсаты – берлектә телекоммуникация ҡорамалдары етештереүҙе ойоштороу буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеү.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл август айында үҙ сәфәре ваҡытында компания вәкилдәре Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығында һөйләшеүҙәр алып барғайны, шулай уҡ Өфөнөң ҡайһы бер предприятиеларында булып киткәйне. Уларҙы элемтә саралары сығарыусы, монтаж эштәре менән шөғөлләнеүсе предприятиелар — «Промсвязь», «БЭТО», «Кристалл» акционерҙар йәмғиәттәренең, «Прогресс» Башҡортостан производство берекмәһе» федераль дәүләт унитар предприятиеһының етештереү ҡеүәттәре ҡыҙыҡһындырҙы.

2009 йылдан AVARA Technologies компанияһы ӨДАТУ-ның «Телекоммуникация системалары» кафедраһы менән берлектә Башҡортостанда телекоммуникациялар баҙарын тикшереү менән шөғөлләнә. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә республика ғына түгел, шулай уҡ Рәсәй баҙарҙарында дөйөм ҡулланыу мультисервис селтәрҙәрен йылдам үҫтереү талаптарына яуап биреүсе телекоммуникация ҡорамалдары линияһын булдырыу һәм үҫтереү зарурлығы асыҡланды. Компания Башҡортостан предприятиеларының производство майҙансыҡтарында берлектә телекоммуникация ҡорамалдары етештереүҙе ойошторорға ризалыҡ белдерҙе, тип хәбәр итә БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы.