8 декабрь, Кесе йома

23 ноябрь 2010 йыл, 13:00

Иртәгә инвалидлыҡты билдәләү мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителә

автор: Евгений Рәхимҡолов

24 ноябрҙә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең Башҡортостан буйынса төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә инвалидлыҡты билдәләү мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул итеү үткәрелә. Халыҡты Башҡортостан Республикаһы буйынса Медицина-социаль экспертиза баш бюроһы етәксеһе Юрий Томилов ҡабул итә.

Ҡабул итеү сәғәт 10-да башлана.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100-сө йорт ( «Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.

темалар: анонс