7 декабрь, Шаршамбы

23 ноябрь 2010 йыл, 12:20

Федераль киң мәғлүмәт сараларында Рөстәм Хәмитовтың рейтингы өс пунктҡа күтәрелде

автор: "Башинформ"

"Медиалогия" компанияһы менән REGNUM Яңылыҡтар агентлығының берлектәге "2010 йылдың октябрендә киң мәғлүмәт сараларында төбәк башлыҡтары" проектында Рәсәй төбәктәре башлыҡтары араһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың рейтингы үҙәк киң мәғлүмәт сараларындағы мәҡәләләр һаны буйынса өс пунктҡа күтәрелде һәм 13-сө урында нығынды.  Шул уҡ ваҡытта республика башлығы 40 төбәк губернаторы рейтингында үҙәк киң мәғлүмәт сараларында ыңғай мәғлүмәт индексы буйынса 11-се урынды биләй.

РФ төбәктәре башлыҡтарының топ-40 рейтингында төбәк киң мәғлүмәт сараларындағы мәҡәләләр һаны буйынса Рөстәм Хәмитов 12-се урынды биләне (сентябрь менән сағыштырғанда үҫеш алты пунктҡа). РФ Волга буйы федераль округы төбәктәре башлыҡтарының топ-10 рейтингында Волга буйы федераль округы буйынса киң мәғлүмәт сараларындағы мәҡәләләр һаны буйынса Рөстәм Хәмитов дүртенсе урындан өсөнсө урынға күтәрелде. Волга буйы федераль округында ыңғай мәғлүмәт индексы буйынса ул дүртенсе позицияны биләй.

2010 йылдың июленән үҙәк киң мәғлүмәт сараларында Рөстәм Хәмитов тураһында бөтәһе 414 тапҡыр, төбәк киң мәғлүмәт сараларында 565 тапҡыр телгә алынды, тип хәбәр итә REGNUM агентлығы.

темалар: рейтингылар